"Башбланкиздат " предприятиеһы етәксеһе Гөлсәсәк Әлибаева махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға гуманитар йөктө алып барып тапшырҙы. Ошо хаҡта ул "Бәйләнештә" социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты. "9 май - Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығын тыныс булмаған Украина биләмәләрендә ҡаршы алырға тура килде. "Башбланкиздат " предприятиеһы етәксеһе булараҡ, гуманитар ярҙамды шәхсән үҙем Луганск Халыҡ Республикаһы ҡалалары мәктәптәренә һәм махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташ һалдаттарыбыҙға алып барҙым. Тәрән йөкмәткеле осрашыуҙар, әһәмиәтле һөйләшеүҙәр, һалдаттар менән аралашыу, уларҙың күтәренке рухта булыуҙарына һоҡланыу һәм ғорурлыҡ уятты был мөһим миссиям. Эш сәфәрем осрашыуҙарҙан башланып китте. Генерал - майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәптә, Хәсәнов исемендәге 20-се "Краснолучская" мәктәптәрендәге ихлас мөнәсәбәттәр, фекер алышыуҙар, принтер, ҡағыҙҙар бүләк менән тәьмин итеү - йылы мөхит тыуҙырҙы. "Берҙәм Рәсәй" партияһы депутаты Сергей Викторович Серов менән осрашырға наси