Найти в Дзене

Дүрт көн ҡалды

“Яңы заман өсөн көслө идеялар” форумында ҡатнашыу өсөн республика халҡының дүрт көн ваҡыты ҡалды. Был форум һәр кемгә Рәсәйҙә ыңғай үҙгәрештәргә йоғонто яһарға, әүҙем лидерҙар, эксперттар, партнерҙар командаларын асыҡларға мөмкинлек бирә. “Яңы заманға көслө идеялар” форумына тәҡдим ителгән башланғыстар һаны һәм перспективалы брендтар конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар буйынса Башҡортостан тәүге бишәү рәтендә, был иҫәптә Һамар, Түбәнге Новгород, Һарытау, Ростов өлкәләре бар. 14 353 идея дүрт йүнәлеш буйынса бирелде: алты меңдән ашыу тәҡдим – “Милли социаль башланғыс”, 1,9 меңе – “Эшҡыуарлыҡ”, 1,7 меңе – “Һанлы сервистар”, 1,6 меңе – “Милли кадрҙар башланғысы”, 1,5 меңе – “Милли экология башланғысы”, 1,4 меңе “Милли технология башланғысы” йүнәлеше буйынса. Форумға ярашлы үтәсәк перспективалы брендтар конкурсына илдең барлыҡ төбәктәренән биш номинация буйынса дүрт мең ғариза тапшырылған. Быйыл “Яңы заман өсөн көслө идеялар” форумы финалсылары тәүге тапҡыр аҡсалата приздар аласаҡ. Фото: sharanpro.ru