Найти тему
Башҡортостан гәзите

Көрәш һарайы ҡасан асылыр?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Көрәш һарайының төҙөлөш майҙаны менән танышты. Был - Өфөнөң 450 йыллығына арналған юбилей объекттарының береһе. Төбәк етәксеһе төҙөлөш барышы һәм архитектура–план ҡарарҙары менән танышты. Проект ойошмаһы вәкиле Андрей Стариков эштәрҙең раҫланған график буйынса барыуын билдәләне. Төҙөүселәр монолит эштәрен тамамлаған: стеналарын, плитәләрен, колонналарын ҡуйған. Хәҙер металл конструкцияларын күтәреүгә тотонғандар. Бинаның дөйөм майҙаны 28 мең квадрат метр тәшкил итә. Үҙәктә спорт комплексын һәм спорт көрәше мәктәбен булдырыу күҙаллана. Шулай уҡ 3,5 мең урынға иҫәпләнгән амфитеатры менән универсаль зал, музей буласаҡ. Яңы спорт учреждениеһында халыҡ-ара, Рәсәй кимәлендә көрәш һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштар үтәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был объект 2019 йылдың авгусында төҙөлә башланы. "Беҙ үҙәкте мөмкин тиклем ҙур итергә тырыштыҡ. Бында спа-комлекс, бассейн эшләйәсәк. Бина эргәһендә ял итеү өсөн йәмәғәт киңлеге барлыҡҡа киләсәк", - тине Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.