Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек буйынса сираттағы эш кәңәшмәһен уҙғарҙы. Профилле министрлыҡтар һәм төҙөлөш ойошмалары етәкселәре ҡала хакимиәте вәкилдәре менән берлектә мөһим биналарҙы проеклау, төҙөү мәсьәләләрен тикшерҙе. Ҙур юбилей объектарының береһе - Өфөнөң Октябрь районындағы Көрәш һарайы. Төбәк етәксеһе кәңәшмә алдынан был үҙәктең төҙөлөш майҙансығын ҡарауы тураһында белдерҙе. Эш яҡшы темп менән бара. Бынан тыш, планда Көрәш һарайы эргәһендәге йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереү маҡсаты тора. 2023 йыл аҙағына тиклем Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры үҙ ишектәрен асасаҡ. Реконструкциянан һуң унда икенсе тамаша залы барлыҡҡа киләсәк. Бер юлы эргәләге биләмәне лә төҙөкләндереү ҡаралған. Ҡурсаҡ театры янындағы скверҙа Рәсәйҙең эре архитектура объекттарының бәләкәйләтелгән күсермәләре ҡуйыласаҡ. Республика етәксеһе Өфө ҡалаһы хакимиәтенә театр эргәһендәге йорттарҙың тирә-яғын “Башҡорт ихаталары” программаһы б