Өфөлә “Евразиаданы ҡаршылап” этник спорт төрҙәре буйынса халыҡ-ара ярыштар стартына кире иҫәп асылды. 24 – 27 августа Башҡортостандың баш ҡалаһында Евразия халыҡтарының милли һәм Олимпия уйындары төрҙәре булмаған ярыштар үткәрелә. Дүрт төр ярыштарҙа миҙалдар өсөн донъяның 30 иленән 700-ҙән ашыу көслө спортсы алышасаҡ. Бынан тыш, ғилми-ғәмәли конференцияла Рәсәй һәм халыҡ-ара спорт үҫеше тураһында һөйләшәсәктәр. "Беҙ физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ, яңы спорт объекттары төҙөйбөҙ. Былтыр ғына спорт тармағы үҫеше өсөн ете миллиард һум аҡса файҙаландыҡ, 252 спорт объектын сафҡа индерҙек. Ә улар республикала – 13 меңдән ашыу. Беҙ был йәһәттән Мәскәүҙән һуң икенсе урындабыҙ. Айырыуса федераль кимәлдә юғары баһа алған милли һәм Олимпия төрҙәре булмаған спорт төрҙәрен үҫтереүгә айырым иғтибар бүләбеҙ. Республика ошондай масштаблы ярыштар үткәреүгә әҙер, һәм улар иң юғары ойоштороу кимәлендә үтәсәк", - тип белдерҙе республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Наза