Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өс мөйөшлө хаттар күңелегеҙҙе йылытһын!

Яңауыл районының Эткенә мәктәбендә – Яңауыл лицейы филиалында “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тигән девиз аҫтында яҡташ хәрбиҙәр менән Ҡаһарманлыҡ дәресе үтте. Егеттәр ҡыҫҡа ваҡытлы ялдарында ла ауылдаштары, уҡыусылар менән аралашырға өлгөрҙө. Филиал мөдире Әлмира Гәрәйшина билдәләүенсә, бындай осрашыуҙарҙың төп маҡсаты – уҡыусыларға ысын илһөйәрҙәрҙең эргәбеҙҙә генә йәшәүен күрһәтеү, Ватанды һаҡлауға баҫҡан өлкән ағайҙарынан өлгө алыу. Эткенә ауыл советы хакимиәте башлығы Әлфрит Минәжев уҡыусыларҙы илдең тарихын өйрәнергә, Рәсәйҙең данлыҡлы батырҙары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтары менән ғорурланырға, Ватандың ысын һаҡсылары булырға саҡырҙы. Хәрбиҙәр уҡыусыларҙың күп кенә һорауҙарына яуап бирҙе. Ҡыҙ һәм малайҙар “Һалдатҡа хат” акцияһына әүҙем ҡушылды. Күңел йылыһы менән һуғарылған өс мөйөшлө хаттар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тапшырылды. Улар үҙ йәһәтендә хаттарҙы бөгөн ил һағын һаҡлаған егеттәргә тапшырырға вәғәҙә бирҙе. Лидия Ғарипова фотоһы.