Найти тему
Башҡортостан гәзите

330 миллион һумдан ашыу инвестиция һалды

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды: ул Сибайҙа 25-27 майҙа үтә. Республика Инвестиция комитетының 2020 йылда «Инвестиция сәғәте» форматындағы күсмә ултырышында хужалыҡ етәкселеге һөт етештереүҙе арттырыу пландары хаҡында һөйләне. Сара Сибайҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә «Урал аръяғы» икенсе Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында уҙҙы. Ул саҡтағы тейешле ниәттәр Башҡортостан Хөкүмәте менән килешеүҙә сағылыш тапты. Әлеге ваҡытта компания инвестиция проекты буйынса Учалы районының Ураҙ һәм Уральск ауылдарында яңы һөтсөлөк-тауар фермаларын төҙөүҙе һәм булғандарын яңыртыуҙы тамамланы, баҫыу эштәре өсөн махсус техника һәм ҡорамалдар, тоҡомло мал һатып алды. Хужалыҡта һөт етештереү 2023 йылдың беренсе кварталында 5 мең тоннанан ашҡан. Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә компания мал һанын 2 мең башҡа тиклем арттырыу иҫәбенә йылына 17 мең тоннаға тиклем һөт етештереүҙе арттырырға иҫәп тота. - Төбәктә иҫке һәм төҙөлә башлаған яңы фермаларҙы әүҙем яңыртҡан инвесторҙарҙың булыуы ҡыуандыра. Шул арҡала төбәктә малсылыҡ тармағы үҫешә, аҙыҡ-түлек әҙерләү өсөн сифатлы сеймал етештерелә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Беҙҙең бурыс шул уҡ ҡала - аграр бизнес өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Проектҡа һалынған аҡса күләме 418,5 миллион һумға баһалана. Белешмә өсөн: 25 майҙан 27-һенә тиклем Сибайҙа «Урал аръяғы-2023» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы уҙғарыла. Сараны Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте ойоштора. «Урал аръяғы-2023» һабантуйының эшлекле программаһы сиктәрендә төрлө темаға 20-нән ашыу сессия уҙғарыу күҙалланған. Профилле секциялар һәм пленар ултырыш барышында ҡатнашыусылар инвестиция эшмәкәрлеге һәм инвестициялар йәлеп итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ, шулай уҡ Рәсәй төбәктәрендә уңайлы бизнес-мөхитте булдырыу алымдарын тикшерәсәк. Алдағы инвестиция форумында партнер ил сифатында Ҡытай Халыҡ Республикаһы сығыш яһар тип күҙаллана. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.