Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Селтәр үрергә оҫтарҙыҡ”

Баҡалы районының “Беҙҙең заман” йәштәр үҙәгендә ирекмәндәрҙең “Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ” хәрәкәте дауам итә. Гөлнара Нәжипова райондың әүҙем кешеләре менән ике айҙан ашыу хәрбиҙәр өсөн маскировкалау селтәрҙәре үреү менән шөғөлләнә, тип яҙа “Бакалинские зори”. Эш иртәнән кискә тиклем ҡайнай. Ирекмәндәр хәрәкәтен ойоштороусы Гөлнара Нәжипова үҙ янында фекерҙәштәр туплай алды. Селтәргә һорауҙың ҙур булыуы билдәле, ҡатын-ҡыҙҙар Өфөнән заказдар ала. Уны үреү ҡыйын түгел, һәр кем өйрәнә алырлыҡ эш, ти улар. Тик бына туҡымаларҙы ҡырҡҡылау ғына ауыр бара. Бында ла оҫта ҡуллы яҡташтары А. Костин эште еңелләштергән, туҡыманы ҡырҡыу өсөн станок яһаған. Был эште лә йәһәт кенә үҙләштергәндәр, Иҫке Ҡуяндан Рифат Ғилемйәнов, Фәрит Миһранов, Станислав Әхмәтов, Вячеслав Ташев станок яһауға тотонған. Үмәр халҡы туҡымалар менән тәьмин иткән. –Беҙ ил һаҡсыларына ярҙам итеүҙе дауам итәбеҙ. Ваҡыт етешмәй, эш бер ҡасан да бөтмәй, әммә Еңеү хаҡына барыһына ла түҙергә, ярҙам итергә әҙербеҙ. Егеттәребеҙ алғы һыҙыҡта беҙҙең ғаиләләребеҙҙе һаҡлай, – ти хәрәкәттә ҡатнашыусылар. Лилия Каменева фотолары.