Яңы Балаҡатайҙың 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы Вадим Ҡотлоев дуҫы Андрей Ведров менән әсәһе эшләгән “Магнит-косметик” магазинына инә. Был саҡта малайҙың әсәһе видеокамераларҙағы яҙмаларҙы тикшергән була һәм бер ҡатындың тауарҙы сумкаһына һалып, тиҙерәк магазиндан сығып киткәнен шәйләй. Ҡыҙыҡһыныусан, шуҡ малайҙар ҡатындың йөҙ-ҡиәфәтен иҫендә ҡалдырып, уның әллә ҡайҙа алыҫҡа китмәүенә өмөт тотоп, күрше магазиндар буйлап йөрөп сыға. Ысынлап та, уғры ҡатынға оҡшаған кешене күреп, Вадимдың әсәһенә хәбәр итәләр. Ә ул полицияны саҡырта. Бурлыҡта ғәйепләнеүсе ҡатын Өфө кешеһе булып сыҡҡан, асыҡланыуынса, бындай шөғөл менән элек тә бер нисә тапҡыр тотолған, тип яҙа “Яңы Балаҡатай” гәзите. Уҡыусыларҙың уяулығы һәм тапҡырлығы тәртип һаҡлаусыларҙың иғтибарынан да ситтә ҡалмаған. Тантаналы линейкала Эске эштәр министрлығының Балаҡатай буйынса бүлексәһе начальнигы Д.Сафин һәм тәфтиш төркөмө начальнигы И.Исламов балаларға һиҙгерлектәре өсөн Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырҙы, уларҙың илде