Өфөлә “Башҡортостан Республикаһы киң мәғлүмәт саралары өсөн семинар-тренинг” сараһы үтте. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йорто залдарында үҙҙәренең профессиональ компетенцияһын күтәреү өсөн баш мөхәррирҙәр, журналистар, ведомстволарҙың, министрлыҡтарҙың матбуғат хеҙмәте вәкилдәре йыйылды, йәғни 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Сараның программаһы бай, файҙалы булды, унда киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре һөнәри оҫталығын арттырҙы, көнүҙәк темаларҙы тикшерҙе, шулай уҡ коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашты, федераль кимәлдәге спикерҙар сығыш яһаны. Был семинар-тренинг эш сифатын күтәреүгә булышлыҡ итәсәк һәм республикабыҙҙа журналистиканың юғары кимәлен һаҡлау өсөн яңы мөмкинлектәр асасаҡ. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.