Найти тему
Башҡортостан гәзите

Улар автомобилде түгел, велосипедты һайлай

Дәүләкән районында өлкән йәштәгеләр сәләмәт тормош алып барыу һәм спорт менән шөғөлләнеү яҡлы. Ер шарының күп кенә төбәктәрендә оло кешеләр көсөргәнешле булмаған физкультура менән шөғөлләнергә ярата. Тәбиғи хәрәкәттәр уларҙың йәшәйешенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнгән. Мәҫәлән, лифт урынына – баҫҡыс буйлап атлап менеүҙе, автомобилгә ҡарағанда, велосипедты өҫтөн күрәләр, йәйәү йөрөргә яраталар. Хаҡлы ялға сығыу – оҙон ғүмерлелеккә булышлыҡ иткән ғәҙәттәрҙе үҫтереү өсөн бик шәп мөмкинлек ул. Теләгең генә булһын! Дәүләкән ҡалаһындағы дүрт майҙансыҡта, “Тән һәм рух гармонияһы” проектының календарь планына ярашлы, өлкән йәштәгеләр өсөн йога күнекмәләре үткәрелә. Бөгөн шөғөллләнеүселәр һаны планлаштырылғандан ике тапҡырға күберәк, шуға өҫтәмә рәүештә тағы 47 махсус балаҫ һатып алынған. Әйткәндәй, “Изге эш” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү йәмғиәте “Тән һәм рух гармонияһы” проекты менән быйыл Рәсәй Федерацияһы Президентының граждандар йәмғиәте үҫешенә гранттар биреү буйынса конкурсында еңеп сыҡҡан. Фото: vk.com/davlekanovskii_adm?z