“Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр” йылына ярашлы, Тәтешле районының Шулған ауылы халҡы “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылды. Дөйөм көс менән йөҙҙән ашыу ағас ултыртылды, ауыл уртаһында йәмле баҡса барлыҡҡа киләсәк, тип хәбәр итә “Тәтешле хәбәрҙәре”. "Бындай берҙәм эш беҙҙе яҡынайта. Йәшәгән урыныңдың йәмле, матур булыуы кемгә оҡшамаһын! Бөгөн тыуған ауылыбыҙҙы төҙөкләндереү һәм йәмләү өсөн күңелен һалып эшләгән һәр кемгә рәхмәт", – тине Шулған ауыл советы башлығы Ынйы Бәҙертдинова. “Йәшел Башҡортостан” акцияһына тыуған тәбиғәт байлығына битараф булмаған, йәшәгән төбәген таҙа, күркәм итеп күрергә теләгән һәр кем ҡушыла ала. Альвира Шәрипова фотоһы.