Әбйәлил районының Ҡушый ауылынан йәш фермер Ильяс Һибәтов махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтары өсөн бер тай һуйған. Гөлфирә һәм Әминә Шәрәфетдиновалар, Зарифа Мираҫбаева, Сәлимә Килдейәрова, Илсиә Һибәтова, Линара Рәхмәтуллина, Фәнүзә Дәүләтова һәм Гөлбикә Ғәлиуллина фермерҙың ата-әсәһе Гөлдәр һәм Ишбулды Һибәтовтарҙың өйөндә яугирҙәргә тушенка эшләгән. "Ярҙамсыл ауылдаштарыма, тушенка эшләшкән ҡыҙҙарҙың бөтәһенә лә ҙур рәхмәт. Дөйөм тырышлығыбыҙ бушҡа китмәй, егеттәребеҙҙең ризыҡтарына яҙһын, тиҙ арала тыныслыҡ урынлашһын", – тигән теләктәрен еткерә клуб мөдире Фәнүзә Ғалип ҡыҙы. Сығанаҡ: “Осҡон” гәзите.