Башҡортостан гидрометеорология үҙәге белгестәре 2023 йылдың йәйе нисек буласағын күҙалланы һәм 150 йыл дауамында күрелмәгән эҫе, ҡоро йәй тураһындағы хәбәрҙең уйҙырма булыуын белдерҙе. - Беҙҙең мәғлүмәттәр был күҙаллауҙы раҫламай. 150 йылға бер килгән эҫе йәй тураһында хәбәр уйҙырма, ул хаҡта былтыр уҡ яҙа башлағайнылар. Ғалимдар аномаль эҫе йәй тураһында күҙаллауҙы бер нисек тә 150 йыл алдан раҫлай йәки билдәләй алмай, - тип белдерҙе Башҡортостан метеорология үҙәгенең бүлек начальнигы Гөлназ Заһитова. Синоптиктарҙың күҙаллауына ярашлы, Башҡортостанда июндәге һауа торошо уртаса йыллыҡ күрһәткестәргә тап киләсәк, тик көньяҡ-көнсығыш райондарҙа яуым-төшөм йылдағы норманан бер аҙ юғарыраҡ буласаҡ. Июлдә лә ошондай һауа торошо һаҡлана, ә бына август башҡа йылдар менән сағыштырғанда эҫерәк булыр, тип күҙаллана. Фото: scanndishop.ru