Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә үткән ултырышта Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһындағы төҙөкләндереү эштәре планы ҡаралды. “2022 йылдан алып республика Луганскиҙағы объекттарҙы төҙөкләндереү буйынса әүҙем эш алып бара. Былтыр, мәҫәлән, Красный Луч һәм Петровское ҡалаларында 50 объект төҙөкләндерелде, эштәрҙең дөйөм суммаһы – 650 миллион һумдан ашыу. Был объекттар рәтендә - күп фатирлы ун йорт, 17 социаль учреждение. Беҙ төҙөкләндергән 17 юл хужалығы объекты араһында асфальт-бетон заводы ла бар”, – тине Андрей Назаров. Премьер-министр урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов әйтеүенсә, бөгөнгә Луганск Халыҡ Республикаһы менән берлектә Красный Луч ҡалаһы биләмәһендәге айырым объекттарҙы үҫтереү буйынса 2023 - 2025 йылдарға перспектив план ҡаралған һәм килешелгән. Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, ағымдағы йыл аҙағына саҡлы 57 объектты аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Мәҫәлән, 16 юл хужалығында асфальт йәйеү өсөн былтыр Башҡортостандан килтерелгән асфальт-бетон заводы эшкә ҡушыласаҡ. Уны ҡороу башланған да инде, был эш менән 36 кеше һәм 21 берәмек техника шөғөлләнә. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.