Бөгөн Өфөлә, “Торатау” конгресс-холында күренекле башҡорт дин һәм йәмәғәт эшмәкәре Зәйнулла Рәсүлевтең (1833-1917) тыуыуына 190 йыл тулыуға арналған «Шәйех Зәйнулла Рәсүлев һәм Евразия халыҡтарының суфыйсылыҡ мәҙәниәте» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Конференцияны ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Әбүғәлисина (Ибн Сина) фонды (Мәскәү). Ғилми форум барышында башҡорт халҡының хәҙерге суфыйсылыҡ традицияһында шәйех Зәйнулла Рәсүлевтең рухи мираҫы, совет йылдары һәм унан һуңғы осорҙа Рәсәйҙә суфыйсылыҡ яҙмышы, башҡорт суфыйҙарының үҙ-ара бәйләнештәре, суфыйсылыҡ әҙәбиәте феномены, Рәсәйҙәге суфыйсылыҡтың перспективалары кеүек темалар тикшерелде. Ойоштороусылар билдәләүенсә, конференцияла 41 доклад тәҡдим ителгән. Улар бер пленар һәм ике секция ултырышы сиктәрендә ҡатнашыусыларға тәҡдим ителде. Конференция эшендә онлайн-бәйләнеш аша Өфөнән, Мәскәүҙән һәм Һамарҙан, Санкт-Петербургтан, Силәбенән һәм Дағстан Республикаһынан ислам динен өйрәнеүселәр, тарихсылар, филологтар, философтар ҡатнашты. Шулай уҡ форум эшендә сит илдәрҙән – Азербайжан, Грузия, Иран, Татарстан һәм Төркиәнән дә сығыш яһаусылар булды. Конференция сиктәрендә Өфө фән һәм технологиялар университеты менән Әбүғалисина фонды араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды. Ойошма 15 йылдан ашыу Рәсәйҙә Исламды өйрәнеү буйынса тикшеренеүҙәргә ғилми-методологик, финанс һәм ойоштороу яғынан ярҙам итеү менән шөғөлләнә. Шәйех Зәйнулла Рәсүлев (Зәйнулла ибн Хәбибулла әл-Рәсүли ән-Нәҡшбәнди; 1833-1917) - күренекле башҡорт дин белгесе, педагогы, мәғрифәтсеһе, Нәҡшбәндиә суфыйҙар тәриҡәтенең рухи остазы (шәйех). Башҡортостандың Учалы районы Шәрип ауылында тыуған, Ҡыуаҡандар нәҫеленән. Троицк ҡалаһында (Силәбе өлкәһе) 5-се йәмиғ мәсетенең имамы булған, уның ҡарамағында «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен ойошторған, уҡытыу программаһында традицион рухи белем биреү ысулдары менән яңы ағымдарҙы ла берләштергән, уның студенттары араһында башҡорт, ҡаҙаҡ һәм татар халҡы вәкилдәре генә түгел, Үҙәк Азия һәм Кавказ кешеләре лә булған. Зәйнулла ишан Рәсүлев хәйриә эшмәкәрлеге менән дә әүҙем шөғөлләнгән, үҙ аҡсаһына дарыухана, китапхана, ҡунаҡ ҡабул итеү йортон тотҡан, башҡорт шағиры Аҡмуллаға, тарихсы Мораҙым Рәмзигә даими ярҙам күрһәткән, шул иҫәптән китап нәшер итеү башланғыстарына ла булышлыҡ иткән. Фәнни-ғәмәли конференцияны ойоштороусыларҙың береһе, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов сараға ҡағылышлы түбәндәге фекерен белдерҙе. – Шәйех Зәйнулла Рәсүлевтең эшмәкәрлеге башҡорт халҡының ике быуат сигендә рухи йәһәттән аяҡҡа баҫыуы, Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан милли интеллигенцияһының рухи үҫеше, Рәсәй халыҡтары араһында традицион ислам формалашыуы менән бәйле. Зәйнулла Рәсүлевтең эшен уның улы Ғабдрахман дауам иткән (1881-1951). Ул 1936-1951 йылдарҙа Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты (һуңынан СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Диниә назараты) мөфтөйө вазифаһын биләгән. Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк: Ғабдрахман Рәсүлев Диниә назаратын дингә ҡаршы аяуһыҙ эҙәрлекләүҙәр осоронда етәкләгән һәм уны һаҡлап ҡалыу ғына түгел, хатта илдәге мәсеттәрҙең иҫәбен арттырыуға, дини китап сығарыуҙы яңыртыуға, мосолмандарҙың даими хажға йөрөүен ойоштороуға өлгәшкән. Уның етәкселегендә СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Диниә назаратының ойоштороу структуралары булдырыла, ул Советтар Союзының башҡа дини идаралыҡтарына, шул иҫәптән Урта Азия һәм Ҡаҙағстандың, Кавказ аръяғының Диниә назараттарын ойоштороу өсөн дә өлгө булып тора. Мосолмандар, совет власы һәм секуляр йәмәғәтселек араһында үҙ-ара конструктив хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һалына. Ғабдрахман Рәсүлевтең дини вариҫтары Башҡортостанда һәм сиктәш төбәктәрҙә уҡытыу эшмәкәрлеген беҙҙең көндәргә тиклем алып барһа, Рәсүлевтәрҙең уҡыусыһы, «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен тамамлаусы Шакир Хыялетдинов (1890-1974) Рәсәй мосолмандарына 1974 йылға тиклем етәкселек итә. Шулай итеп, Рәсәйҙә традицион исламдың барлыҡҡа килеүе һәм һаҡланыуы Зәйнулла Рәсүлев менән уның улы Ғабдрахмандың киң эшмәкәрлегенә тығыҙ бәйле. Зәйнулла Рәсүлев һәм уның улы Ғабдрахман мираҫының бөтә аспекттары: көн һайын Исламдың рухи потенциалын дини һәм йәмәғәт практикаһында тормошҡа ашырыу, заман рухына ярашлы дини белем биреүҙе ойоштороу, хәйриәлек, күп милләтле һәм күп конфессиялы йәмғиәттә традицион Исламдың урынын нығытыу, Рәсәйҙәге мосолмандарҙың патриотизмы - бөгөн дә көнүҙәк булып ҡала, – тип билдәләй Искәндәр Рәсүл улы. Фото Нурислам Ҡалмантаевтың шәхси архивынан; islamdag.ru