Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостандың 11 предприятиеһы өсөн уҡыуҙар ойошторола башланы. Ул "Рәсәй экспорт үҙәге" акционерҙар йәмғиәте экспорт мәктәбенең "Экспорт форсажы" күп тармаҡлы акселерация программаһының туғыҙ йүнәлеше буйынса алып барыла. – Башҡортостандың Хөкүмәте үҙҙәренең продукцияларын экспортҡа сығарыусы йәки тышҡы иҡтисади бәйләнештәр эшмәкәрлеген киң йәйелдереүсе предприятиеларға һәм эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтә, – тип һөйләй Башҡортостан тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. – Финанс ярҙамдан тыш беҙ тағы ла "Экспорт форсажы" акселерация программаһы сиктәрендә экспорт эшмәкәрлеге нигеҙҙәре буйынса уҡыуҙар ойошторҙоҡ. Республикабыҙға экспортлаусылар 2021 йылда 994 предприятиенан 1 273 -кә күбәйгән (28 процентҡа артҡан). Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.