Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡыҙҙар оҫталыҡтарын күрһәтте

“Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” төбәк проектын, “Башҡортостан Республикаһында мәғарифты үҫтереү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, яңы ижади идеяларҙы һәм технологияларҙы асыҡлау, иң яҡшы дизайнерлыҡ проекттарын билдәләү һәм ижади потенциалды бойомға ашырыу маҡсатында Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Республика балалар белем биреү технопаркы “PRO-Дизайн-2023” конкурсын үткәрҙе. Ул Уҡытыусы һәм остаз йылына арналды. Конкурс дистанциялы форматта уҙҙы. Конкурстың муниципаль һайлап алыу этабында өс йәш категорияһында еңеүсе проекттар тәҡдим ителде. Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған “Арт-объект” бөтә номинациялар өсөн дөйөм концепция булды. Алтынай Асҡарова һәм Регина Мусина – Әбйәлил районы йәш техниктар станцияһының “Йәш дизайнер” берекмәһе тәрбиәләнеүселәре (етәксеһе Гөлшат Афзал ҡыҙы Абдрахманова) конкурста әүҙем ҡатнашты һәм кесе йәш категорияһында “PRO-Дизайн-2023” республика балалар дизайнер проекттары конкурсы сертификаттары менән бүләкләнде. Билдәле булыуынса, "Мәғариф" (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Әбйәлил районы хакимиәте.