Бөгөн Өфөлә, “Торатау” когресс-холында күренекле башҡорт дин һәм йәмәғәт эшмәкәре Зәйнулла Рәсүлевтең (1833-1917) тыуыуына 190 йыл тулыуға арналған «Шәйех Зәйнулла Рәсүлев һәм Евразия халыҡтарының суфыйсылыҡ мәҙәниәте» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Уның эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының баш белгесе, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев та ҡатнашты. Ул түбәндәгеләрҙе билдәләне: – Исламдың урындағы дини-фәлсәфәүи ҡараштар менән ҡушылыуы башҡорт мосолмандарының үҙенсәлектәрен билдәләй. Шуға күрә башҡорттар араһында суфыйсылыҡ киң таралған. Унан тыш, башҡорт суфый-ишандары бер үк ваҡытта "указлы" ла булған. Башҡортостанда теге йәки был ишан тирәләй берләшеү иһә социаль хәлгә генә түгел, территориаль тәғәйенләнешкә ҡарап та тормошҡа ашырылған. Күп һанлы мөриттәре булған ишандар абруйлы дини дәрәжәгә эйә булған. Мөриттәр һәм уларҙың дини остаздары - ишандар араһында бик яҡын, ышаныслы мөнәсәбәттәр булдырылған, у