Башҡортостандың Финанс министрлығы ойошмаларҙы һәм шәхси эшҡыуарҙарҙы йыл һайын үткәрелгән “Йыл һалым түләүсеһе” конкурсында ҡатнашырға саҡыра. Сараның маҡсаты – һалым тәртибенең юғары кимәле һәм эшҡыуарлыҡты үтә күренмәле итеп алып барған ойошмаларҙы асыҡлау һәм дәртләндереү. - Конкурс һөҙөмтәһендә берләшкән бюджетҡа түләнгән һалым үҫешен тәьмин иткән һалым түләүселәрҙе дәртләндерәбеҙ, республикала йәшәүселәрҙең мәшғүллеген, предприятиеларҙа эш хаҡы фонды үҫешенә булышлыҡ итәбеҙ. Конкурсты үткәреү һалым түләй алыу һәм намыҫлы һалым түләүсе статусына эйә булыуҙың абруйлы һәм иҡтисади йәһәттән уңышлыраҡ булған мөхитте формалаштырыуға булышлыҡ итә, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫаоы – республиканың финанс министры Лира Иғтисамова. Конкурс түбәндәге эшмәкәрлек төрҙәре буйынса үткәрелә: ауыл, урман хужалыҡтары, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ һәм балыҡ үрсетеү, файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙы табыу, эшкәртеү производствоһы, электр энергияһы, газ һәм пар менән тәьмин итеү, төҙөлөш,