Башҡортостанда йәшәүселәр 8 – 16 йәшкә тиклемге балаларға яңы түләүҙәрҙе быйыл майҙа ала башланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 8 мартта Рәсәй Президенты Владимир Путин балалы ғаиләләргә ярҙам саралары булараҡ ошо хаҡта белдергәйне. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, яңы түләүҙәрҙе тәғәйенләү өсөн шарттар – өс-ете йәшлек балаларға тәғәйенләнгән кеүек үк. Пособиелар Башҡортостандағы балаға йәшәү минимумынан алып 50, 75 йәки 100 процент күләмендә тәғәйенләнәсәк. Шул уҡ ваҡытта ғаиләнең милке лә иҫәпкә алынасаҡ. Алгоритм түбәндәгесә. Әгәр балаға төбәктәге йәшәү минимумының 50 проценты күләмендә (5 339,5 һум) пособие тәғәйенләнгәндә, ғаиләнең йән башына уртаса килеме халыҡтың йән башына йәшәү минимумы кимәленән кәм булғанда, пособие балаға төбәктә йәшәү минимумы кимәленең 75 проценты (8 009,25 һум) кимәлендә тәғәйенләнәсәк. Әгәр балаға төбәктәге йәшәү минимумының 75 проценты (8 009,25 һум) күләмендә пособие тәғәйенләнһә, ғаиләнең йән башына уртаса килеме х