Күптәр селфи эшләргә ярата һәм йыш ҡына үҙҙәренең закон боҙоуы хаҡында белмәй. “RTM Group” юридик департаменты директоры Елена Хомякова ҡайһы бер фотографияларҙы социаль селтәргә ҡуйыуҙың хатта закон боҙоуға килтереү ихтималлығы хаҡында иҫкәртә. Шулай итеп, тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына тойолған селфи һөҙөмтәһендә гражданлыҡ, административ һәм енәйәт эҙәрлекләнеүе башланыуы, эш биреүсенең дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылыуы мөмкин. Мәҫәлән, әрме хеҙмәтендә бронетранспортер фонында фотоға төшөп, социаль селтәргә һалырға ярамай. Полицияла хеҙмәт иткән дуҫтарығыҙ менән фотоға бергәләп төшөү һәм уларҙың ризалығынан тыш социаль селтәргә ҡуйыу яҡшыға түгел, сөнки быларҙың барыһы ла – законды боҙоу ул. Ғөмүмән, кемдеңдер ризалығынан тыш фотоларҙы йәки видеоны социаль селтәргә ҡуйырға ярамай. Әммә иҫкәрмәләр ҙә бар. Мәҫәлән, Елена Хомякованың һүҙҙәренә ҡарағанда, фотоға төшкән кеше үҙенең фотоһүрәте өсөн аҡса түләгәндә йәки йәмәғәт урынын фотоға төшөргән ваҡытта кемдер уйламағанда кадрға эләккәндә, рөхсәт алыу талап ителмәй. Бынан тыш, дәүләт йәки йәмғиәт мәнфәғәте өсөн төшөрөлгән фотоларға ла закон талаптары ҡағылмай. Шулай итеп, селфи эшләргә яратҡандарға фотоға төшөп социаль селтәргә һалғанда һаҡ булыу зыян итмәҫ. Фото: www.shkolazhizni.ru