Башҡортостан “Рәсәй лидерҙары” идарасылар конкурсында ҡатнашыусылар һаны буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы төбәктәрҙең береһе булды. Республиканан бөтә ғаризаларҙың 12 проценты килгән тәүге бишәү иҫәбендә Һамар һәм Түбәнге Новгород өлкәләре, Татарстан һәм Пермь крайы ла бар. Конкурс резиденттары эшләгән иң популяр тармаҡтар - сәнәғәт, мәғариф, мәғлүмәт технологиялары, телекоммуникациялар һәм элемтә, төҙөлөш һәм архитектура, эшҡыуарлыҡ, сауҙа, һаулыҡ һаҡлау һәм медицина, дәүләт хеҙмәте, банк эшмәкәрлеге, транспорт һәм юл хужалығы. Биләгән вазифалары кимәле буйынса ғаризаларҙың күпселеге ойошма етәкселәренә тура килә (22%). – Яңы миҙгелдә ҡатнашыуға Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән һәм донъяның 89 дәүләтенән бөтәһе 160 мең самаһы ғариза алдыҡ. Конкурстың биш миҙгеле эсендә Рәсәйҙән һәм донъяның 150 дәүләтенән 1 миллиондан ашыу теркәү ҡабул ителгән. Был командабыҙҙа көслө, квалификациялы лидерҙар, юғары класлы профессионалдар һанына етди үҫеш. Ыңғай тренд – ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар һ