Өфөлә 2023 йылдың аҙағына тиклем натрий һәм терегөмөшлө лампалы 47 мең иҫке яҡтыртҡыс яңы яҡтылыҡ диодлы яҡтыртҡысҡа алмаштырыла. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ошо хаҡта белдерҙе. Яңыртыу буйынса ҙур проект энергия сервисы килешеүе сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ул энергияны һаҡлауға һәм яҡтылыҡ нөктәләренең һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән. Инвестор үҙенең иҫәбенә яҡтыртыу системаларын яңынан йыһазландыра, ә муниципалитет электр энергияһын экономиялау иҫәбенә уға аҡсаһын кире ҡайтара. 2022 йылда Өфөнөң Дим районында тәүге 3,5 мең яҡтыртҡысты алмаштырғандар. Һөҙөмтәлә электр энергияһы өсөн түләүгә йыллыҡ сығымдар 5,5 миллион һумға кәмегән. Шул уҡ ваҡытта селтәрҙәрҙе хеҙмәтләндереүгә сығымдарҙы ла оптималләштерҙеләр. Ә Өфө буйынса электр утына сығымдар йылына 110 млн һумға тиклем кәмеүе ихтимал. Башҡортостан Башлығы 2023 йылдың аҙағында проектҡа яҡынса йомғаҡ яһарға һәм уны ғәмәлгә ашырыуҙың һөҙөмтәл