8 майҙан 9-ына ҡарай төндә Шишмә ҡасабаһында Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиевтең 33 йәшлек туғаны, күп балалы әсәй һәм блогер Диана Сәфәрова юл-транспорт ваҡиғаһында сәйер шарттарҙа һәләк була. Әле артист һеңлеһенең үлеменә бәйле ваҡиғаларҙы күргән шаһиттарға мөрәжәғәт итте. Әнүәр Нурғәлиев социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, уның мәғлүмәттәре буйынса, ваҡиға урынында өс автомобиль булған, уларҙың водителдәре һәм пассажирҙары ваҡиға мәлен күрә алған. Ул шаһиттарҙы хоҡуҡ һаҡлаусыларға ярҙам итергә саҡырҙы. Шулай уҡ ул, юл-транспорт ваҡиғаһында ҡатнашлығы өсөн тикшереү аҫтында булған водителдең әлегә тиклем һәләк булған Диананың туғандары алдында бер ниндәй ҙә ғәфү үтенеүен белдермәгән, тип асыҡлыҡ индерә. Фото: социаль селтәрҙән.