Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һеҙҙең яҡта "Урлаҡ аш" йолаһы бармы?

Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында матур йолаға әүерелгән “Арғужа” башҡорт фольклоры конкурсы үтә. - Быйылдан алып конкурс яңы форматҡа күсте. Элек фольклор коллективтары район мәҙәниәт йортона килеп йолаларҙан өҙөктәр менән генә сығыш яһай ине. Мәҙәниәт йортонан киткәс, конкурсты үҙем үткәрергә булдым. Һәр бер коллектив үҙендә берәй йола күрһәтә, беҙ, жюри ағзалары, үҙебеҙ барабыҙ. Әле туғыҙ коллективты ҡарап сыҡтыҡ. Тағы өсәү ҡалды, – тине конкурстың ойоштороусыһы Милә Солтанова. “Арғужа” конкурсы 2016 йылдан алып үткәрелә. Быйылғы конкурсты Ҡорман ауылының “Йәйғор” фольклор коллективы “Аулаҡ өй” йолаһы менән асып ебәргән. Дәрбиш ауыл мәҙәниәте йорто “Исем ҡушыу” йолаһын күрһәткән. Аҡбаш ауылы халҡы туй йолаһын барлыҡ теүәллегендә сәхнәләштергән. Ҡолой ауыл мәҙәниәт йортонда "Ҡолой моңдары" халыҡ коллективы "ҡоролоҡ сәбәпле" йыйын йыйған. "Ямғыр саҡырыу" йолаһын башҡарғандар. Ҡуйһарылар боронғо байрамдарҙың береһе – “Ҡарға бутҡаһы”н сәхнәләштергән. Мәүлит ауылы фольклор коллективы жюри ағзаларын “Йома сәйе”нә саҡырған. Яратҡол үҙәкләштерелгән мәҙәниәт клубының өс коллективы ғәҙәти булмаған йолалар күрһәткән. Ялтыр клубы тәүге тапҡыр ҡатнашҡан. Ялтырҙар “Урлаҡ аш" йолаһын күрһәткән. Элек ауылдарҙа урланған ҡаҙ, һарыҡ, әтәс һ.б. менән һый әҙерләп байрам ойошторғандар. Бер кем дә үпкәләмәгән, зарланмаған, был йолаға аңлап ҡараған. Ҡаҙанда ит бешкәнсе йырлап бейеп, уйындар ойоштороп күңел асҡан улар. Проект авторы Милә Солтанова билдәләүенсә, “Арғужа” конкурсы бер йыл фольклор буйынса булһа, икенсе йылына йырҙар буйынса үтә. Унда халыҡ йырҙары, бәйеттәр, мөнәжәттәр, сеңләүҙәр башҡаралар. “2016 йылда конкурс башланып киткәндә районыбыҙҙа коллективтар аҙ ине. Йылдан-йыл улар күбәйә. Яңы Субыл мәҙәниәт йортонда “Шишмәләр” коллективы менән эшләйем. Конкурсҡа “Ҡот ҡойоу” йолаһын әҙерләп йөрөйбөҙ”, – ти ул. Фотолар: vk.com/id122452147