Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә республикала газ үткәреү һәм йорт биләмәләре сигенә тиклем газ килтереп еткереү программаларының яҡынса йомғаҡтары тикшерелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Башҡортостан һәм “Газпром” 2025 йылға тиклем төбәктә газ һуҙыу һәм газ менән тәьмин итеүҙе үҫтереү программаһын раҫланы. Ул ҡасаба-ара һәм ҡасаба эсендәге газ үткәргестәр төҙөүҙе, газ бүлеү станцияларын яңыртыуҙы һәм реконструкциялауҙы күҙ уңында тота. Программаның актуаль варианты Башҡортостанда 180 тораҡ пунктҡа газ үткәреү өсөн өҫтәмә 1 мең километрҙан ашыу ҡасаба-ара һәм 1,1 мең километр ҡасаба эсе газ үткәргестәрен төҙөүҙе күҙ уңында тота. Программаның дөйөм хаҡы 27 миллиард һумға тиклем артты. – Иң мөһим объекттарҙың береһе – Бөрйән районында 61,8 километр оҙонлоҡтағы ҡасаба-ара газ үткәргес. Уны 2023 йылдың сентябрендә файҙаланыуға тапшырыу алты тораҡ пунктты газ менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк, – тип хәбәр итте “Газпром төбәк-ара газ Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте