Әлеге көндә Өфө үҙәгендә төҙөлгән Башҡортостандың вуз-ара кампусында төбәктең иң алдынғы лабораториялары һәм үҙәктәре урынлашасаҡ. Уларҙың береһе Өфө дәүләт нефть техник университетының реверсия инжинирингы үҙәге буласаҡ. Уның төп маҡсаты – предприятиеларҙы запас частар һәм деталдәр менән тәьмин итеү. Реверсия инжинирингы Өфө дәүләт нефть техник университетының нефть һәм газ инжинирингы һәм һанлы технологиялар институты нигеҙендә булдырылған. Уның етәксеһе - техник фәндәр кандидаты, ”Технология машиналары һәм ҡорамалдары“ кафедраһы доценты Мария Демченко. Шулай уҡ ул - капиталь төҙөлөштә һәм нефть эшкәртеү заводтарын ремонтлауҙа ҙур тәжрибәле белгес. - Реверсия инжинирингы фән менән бәйле. Тейешле ҡорамалдар һәм профилле белемле белгестәр булмауы сәбәпле, предприятиеның әйберҙе анализлауға комплекслы ҡарау мөмкинлеге юҡ. Нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү тармағының импорт машиналары һәм ҡорамалдары араһында насостар, компрессорҙар, химик реакторҙар һәм башҡа ҡорамалдар өҫтөнлөктө билә