Хөкүмәттең бөгөнгө аҙналыҡ кәңәшмәһен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кадр тәғәйенләнештәрен иғлан итеүҙән башланы. Шулай Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 10 майҙағы указы менән Раил Шәйҙуллин Башҡортостандың Юғары суды рәйесе итеп тәғәйенләнде. Билдәле булыуынса, был вазифа 2021 йылдың ноябренән буш ҡалды. Ул саҡта ковидтан һуң өҙлөгөү сәбәпле республиканың баш судьяһы Земфира Латипова вафат булғайны. 12 майҙа Радий Хәбиров үҙенең указы менән Башҡортостан Хөкүмәте аппараты етәксеһе Азамат Абдрахмановты вице-премьерға тиклем күтәрҙе. Шул уҡ ваҡытта төбәк Башлығы вице-премьер статусын Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллек етәксеһенән алды, һөҙөмтәлә вице-премьер вазифаларының дөйөм һаны элеккесә ҡалды. Николай Ельников Өфө районының яңы башлығы итеп тәғәйенләнде, ә Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы бойороғо менән Руслан Байкиев Башҡортостан Республикаһы буйынса ветеринария, фитосанитария хеҙмәте вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Радий Фәрит улы бөтә яңы етәкселәргә уңыш теләне. Һаул