Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостанды күрегеҙ!

2023 йылдың беренсе кварталында Башҡортостанға туристар ағымы былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 28,6 процентҡа артҡан. Ошо хаҡта республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов 15 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Туристар ағымы күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – өсөнсө, Рәсәйҙә 12-се урынды биләй. 2023 йылда республикаға 412 мең тапҡыр килеү теркәлгән. Туроператорҙар һаны ла 2022 йыл менән сағыштырғанда 20 процентҡа артҡан. Улар Башҡортостан буйынса сәйәхәттәр линейкаһын – яҡынса 1 750 маршрут әҙерләгән. Дауалау-рекреацион, экскурсия һәм спорт туризмы популяр йүнәлештәр булып ҡала. Рөстәм Афзалов һүҙҙәренсә, әүҙем ялдың яңы төрҙәре лә үҫешә. – Гастрономик туризм, этно һәм агротуризм йылдам үҫешә, – тине министр. – Ҙур һәм билдәле урындар ғына түгел, бәләкәй ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа, дини изге урындарҙа булыу ҙа арта башланы. Туристик әйләнешкә тарихи мираҫ объекттарын йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ. 2023 йылға Башҡортостанда өҫтәмә туристарҙы йәлеп итергә мөмкинлек биргән саралар календарын төҙөгәндәр. 77 фестивалдең, форумдың һәм милли байрамдың 56-һы йәйге миҙгелгә планлаштырылған. – Комплекслы тырышлыҡ менән беҙ Башҡортостанды Рәсәй һәм сит ил халҡы өсөн асабыҙ. Бөтә яҡташтарыбыҙға һәм ҡунаҡтарыбыҙға республика буйлап сәфәрҙән иң яҡшы тәьҫораттар алыуҙарын теләйем. Барыһын да беҙгә саҡырабыҙ, – тине Радий Хәбиров. Ваҡиғалар туризмының мөһим өлөштәренең береһе – халыҡ художество кәсептәренә ярҙам итеү буйынса республика программаһы. Төбәк етәксеһе был проектты эшҡыуарлыҡ мөхитендә әүҙемерәк үҫтерергә ҡушты. – Был йүнәлеште үҫтерергә кәрәк. Оҫталарыбыҙ байтаҡ. Улар үҙ ҡулдары менән уникаль әйберҙәр яһай һәм кәсептәр менән шөғөлләнергә теләй, – тине Радий Хәбиров. – Был программаға өҫтәмә импульс бирергә кәрәк. Уны тормошҡа ашырыу өсөн өҫтәмә саралар табырға тырышасаҡбыҙ. Башҡортостан Башлығы Хөкүмәткә ауыл биләмәләре араһында ваҡиғалар туризмы өлкәһендәге проекттар конкурсын уҙғарыу мөмкинлеген өйрәнергә ҡушты. Фото: социаль селтәрҙәр.