Хәйбулла районының Бүребай ауылындағы Таналыҡ йылғаһы буйында балыҡсы инәй йәшәй. 86 йәшендә лә үҙенең яратҡан шөғөлөнә тоғро ҡала ул. “Яңыраҡ булған хәлде һөйләйем. Өләсәйебеҙ ауырып китте. Табип та саҡырҙым, Һамарҙағы халыҡ табибы Василийға ла алып барҙым, хәле яҡшырманы. Миңә үҙен нисек һәм ҡайҙа ерләргә кәрәклеген дә аңлатып бирҙе. Мин уға шундай үкенес менән: "Эй, бик йәл, ауырыйһың шул, ә беҙҙекеләр өмәгә йыйына”, – тинем. Тап ошо ваҡытта зыяраттарҙа өмәләр башлана, беҙҙең тыуған ауылыбыҙҙа ла шундай иғлан булды. Икенсе көндө иртәнсәк тауыштан уянам. Өләсәйем. Ҡурҡтым. Уның хәле насарайғандыр тип уйлайым. Урамға сығам һәм шундай күренеш күрәм: машина йыуылған, тырма һәм сепрәктәр - багажникта, артҡы ултырғыста күстәнәстәр ята, ҡапҡалар асылған – өмәгә барабыҙ! Йылайыр районының Һаҡтау ауылына тиклем 100 километр, бөтә ерҙә лә асфальт юҡ. Ә ауырыуы нисек һуң? Ауырырға ваҡыт юҡ! Беҙ Һаҡтауға ла, Аҡъярға ла, Бүребай зыяратына ла барҙыҡ. Өләсәйем, “Хәҙер тыныс ҡына үлергә лә мөмкин”, тине. – Эй, бик йәл, хәҙер балыҡ тотоу башлана инде... Юҡҡа ғына әйттем. Ҡармаҡтар багажникта ята, селәү ҡаҙылған... Әйткәндәй, картуфты ул ултыртҡан да инде. Әлбиттә, мин бер аҙ шаярттым инде. Әммә дөрөҫөн әйткәндә, уның энергияһына һоҡланаһың. Мәңге хәрәкәттә ул, ауырырға, бигерәк тә үлергә ваҡыты юҡ. Барыбыҙҙы ла үҙенең энергияһы, көсө һәм йәшәүгә һөйөүе менән дәртләндерә. Уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, рух күтәренкелеге теләйбеҙ”, – тип яҙа уның ҡыҙы Мәрғиә Земскова.