Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Беҙ унда башҡортса һәм татарса ғына бәйләнеш тотабыҙ”

Туймазы медицина колледжында тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса уҡытҡан егет бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә замполит булып хеҙмәт итә. Уның позывнойы – “Дуҫлыҡ”. Ошо көндәрҙә яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан һәм үҙенең студенттары менән осрашҡан. Осрашыу ваҡытында ул егеттәр менән үҙ-ара тик башҡортса йәки татарса ғына элемтә тотоуҙары хаҡында һөйләгән. Шулай итеп яугирҙәр ҡаршы яҡ көстәрҙең тыңлау ихтималлығынан һаҡлана. - Туған телдәрҙе өйрәнегеҙ. Һөнәр серҙәрен яҡшы үҙләштерегеҙ. Әлеге ваҡытта мин булған ерҙә табип йәки санитар Аллаһ кеүек ҡабул ителә. Уларҙың ярҙамы шул тиклем кәрәк, ҡайһы ваҡыт йөҙҙәрсә кешенең ғүмере тап уларға бәйле, - тип яугирҙең һүҙҙәрен уртаҡлаша “Туймазинский вестник” гәзите. “Дуҫлыҡ” әйтеүенсә, уның ҡул аҫтындағы егеттәр башлыса Баймаҡ районынан. Улар бер-береһе өсөн үлергә әҙер тора, барыһы ла оҫта, ысын яугирҙәр. “Беҙгә республика һәр яҡлап ярҙам итә. Район хакимиәттәре менән даими бәйләнештәбеҙ. Улар беҙгә нимә кәрәк икәнен белә һәм һәр ваҡы

Туймазы медицина колледжында тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса уҡытҡан егет бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә замполит булып хеҙмәт итә. Уның позывнойы – “Дуҫлыҡ”. Ошо көндәрҙә яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан һәм үҙенең студенттары менән осрашҡан. Осрашыу ваҡытында ул егеттәр менән үҙ-ара тик башҡортса йәки татарса ғына элемтә тотоуҙары хаҡында һөйләгән. Шулай итеп яугирҙәр ҡаршы яҡ көстәрҙең тыңлау ихтималлығынан һаҡлана. - Туған телдәрҙе өйрәнегеҙ. Һөнәр серҙәрен яҡшы үҙләштерегеҙ. Әлеге ваҡытта мин булған ерҙә табип йәки санитар Аллаһ кеүек ҡабул ителә. Уларҙың ярҙамы шул тиклем кәрәк, ҡайһы ваҡыт йөҙҙәрсә кешенең ғүмере тап уларға бәйле, - тип яугирҙең һүҙҙәрен уртаҡлаша “Туймазинский вестник” гәзите. “Дуҫлыҡ” әйтеүенсә, уның ҡул аҫтындағы егеттәр башлыса Баймаҡ районынан. Улар бер-береһе өсөн үлергә әҙер тора, барыһы ла оҫта, ысын яугирҙәр. “Беҙгә республика һәр яҡлап ярҙам итә. Район хакимиәттәре менән даими бәйләнештәбеҙ. Улар беҙгә нимә кәрәк икәнен белә һәм һәр ваҡыт ярҙам күрһәтеп килә”, - тип һөйләгән ул. Сығанаҡ һәм фото: “Туймазинский вестник” гәзите, “Башинформ” агентлығы.