Стәрлетамаҡтың 1-се ҡала клиник дауаханаһына, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, күп функциялы өс медицина карауаты алынды. Яңы карауаттар операциянан һуң ятып дауаланған һәм ауыр хәлдәге пациенттар өсөн тәғәйенләнгән. Уларҙың үҙенсәлеге шунда, конструкцияның бөтә өлөштәре лә хәрәкәткә килә. Һөҙөмтәлә манипуляциялар үткәреү өсөн пациентты тейешле бейеклеккә күтәрергә мөмкин. Бынан тыш, ауырыуҙарҙы күсереп йөрөтөргә була. -Функциональ карауаттың төп тәғәйенләнеше – пациент һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн уңайлылыҡ тыуҙырыу.Әгәр ҙә ул дөрөҫ һайланһа, ауырыуҙың сәләмәтлегенә зарар килмәй, умыртҡа бағанаһына йәки быуындарға көсөргәнеш төшмәй. Карауаттар төбәк ҡан тамырҙары үҙәгенең реанимация һәм интенсив терпия блогына ҡуйылды, - тине дауахананың баш табибы Андрей Палтусов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халы