2023 йылдың беренсе кварталы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһы Волга буйы федраль округы төбәктәре араһында күсемһеҙ милекте электрон төрҙә дәүләт теркәүе һәм иҫәпкә килгән ғаризалар һаны буйынса лидер булды. Ә Рәсәй төбәктәре араһында был күрһәткес буйынса Башҡортостан тәүге биш төбәк араһына инде. - Әлеге ваҡытта ведомство электрон төрҙә хоҡуҡты теркәү, кадастр иҫәбе, иҫәптең берҙәм процедураһы һәм теркәүе буйынса хеҙмәттәр күрһәтә. “Росреестр”ға документтарҙы электрон төрҙә тапшырыу ҡыҫҡа ваҡытта күсемһеҙ милекте законлаштырырға булышлыҡ итә, сөнки республикала был документтарҙы эшкәртеү ваҡыты ике көндән ашмай, шул уҡ ваҡытта закон буйынса ул ете-туғыҙ көн тәшкил итә, - тине “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марина Мартынова. Быйыл тәүге өс айҙа “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығына 97,6 мең электрон ғариза килгән, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте. Был, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, 10 процентҡа күберәк. Б