Билдәле телевизион алып барыусы Наил Юнысов баҡса һатып алған, ә ағаһы - Туймазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзин Әбсәләмов уға шиғыр арнаған. Баҡса ла шәп, шиғыр ҙа! Уҡып ҡарағыҙ әле. Наил ҡусты баҡса алған,Бушҡа түгел аҡсаға.Өфө йүкәләре менәнСабындыҡ беҙ мунсала.Эй рәхәт шул баҡсаһында,Ҡоштар һайрай төн буйы,Йүкәләре ел үткәрмәй,Япраҡҡайҙары ҡуйы.Килен ҡуйҙы самауырын,Өҫтәлдә - йүкә балы.Шәп иткәндәр, йүкәлектәИке ҡатлы өй алып.Ҡарағаты, алмаһы бар,Йәшел үлән урамда.Япраҡтарын һалып эсәң,Сәйгә, иртән тораң да.Ҡотло булһын баҡсалары,Күп булһын аҡсалары!Ял һайын яғып төшһөндәрБаҡсала мунсаларын.Комментарийҙарҙа барыһы ла Наил Юнысовҡа баҡсаһының мәнфәғәтен күреүен, ғаиләһе менән гөрләтеп мул уңыш үҫтереүен теләй. Изге теләктәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Шулай уҡ шиғырҙы дауам итергә тәҡдим итеүселәр ҙә бар. Ә һеҙ был шиғырҙы нисегерәк дауам итер инегеҙ? Фото һәм сығанаҡ: Рәмзин Әбсәләмовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе (vk.com/ramzin1975).