Улы Исмәғил өйләнгәс, Ибраһим ғәләйһис-сәләм уның хәлен белергә Мәккәгә килә. Йорт ишеген килене аса. – Исмәғил ҡайҙа? – тип һорай Ибраһим ғәләйһис-сәләм. – Ул беҙгә ризыҡ табырға китте, – тип яуаплай ҡатын. – Ә нисегерәк йәшәп ятаһығыҙ һуң? – тип ҡыҙыҡһыныуын белдерә Ибраһим ғәләйһис-сәләм. – Насар, бик насар, – тип һөйләй башлай килене. – Гел мохтажлыҡ кисерәбеҙ... Ибраһим ғәләйһис-сәләм зарҙы тыңлап бөтә лә улына сәләм әйтергә һәм ишегенең тупһаһын алмаштырып ҡуйырға ҡушып ҡайтып китә. Ире ҡайтҡас, ҡатыны уға барыһын да еткерә. Уныһы: “Тимәк, атайым килгән. Ул миңә һине айырырға ҡушҡан”, – ти ҙә кәләшен ҡайны-ҡәйнәһенә алып барып ҡалдыра... Исмәғил икенсегә өйләнгәс, Ибраһим ғәләйһис-сәләм йәнә килә. Ишекте килене аса. – Исмәғил ҡайҙа? – Ул беҙгә ризыҡ табырға китте. – Ә нисегерәк йәшәп ятаһығыҙ һуң? – Шул ҡәҙәр һәйбәт. Барыһы ла бар, әл-хәмдү лил-ләһ! Ибраһим ғәләйһис-сәләм улына сәләм әйтергә һәм ишегенең тупһаһын нығытып ҡуйырға ҡушып, ҡайтырға юллана. Ҡатыны иренә барыһын да еткерә. “Был кеше – атайым. Ул миңә һинең менән араны нығытырға, бер ҡасан да айырылмаҫҡа ҡушҡан”, – тип белдерә ире, ҡыуанысын йәшерә алмайынса. Фото:Stroiteh-msk.ru