“Бер ауылда, ун ике өй аша йәшәп, бына инде ике йыл әсәйем менән аралашмайбыҙ. Был хәлгә... һыйыр ғәйепле. Улай уҡ та түгел инде. Элек тә арабыҙ боҙолоп алғаны бар ине, был юлы ныҡлы өҙөлдө. Тыныс күренергә тырышһам да, эсемде ҡорт кимерә, былай ярамай икәнен аңлайым, әммә әсәйемә нисек ярарға белмәйем. Уның холҡо ауыр. Заманына күрә хәлле генә ғаиләлә кинйә ҡыҙ булып үҫкән. Ошо ла уның холҡона тәьҫир итмәй ҡалмағандыр, тип уйлайым ҡайһы саҡ. Ә мин ғаиләлә – баш бала. Өс ҡустым ошо ауылда төпләнде, ике һеңлем ҡырға кейәүгә сыҡты. Үҙем клуб хеҙмәткәре булып эшләйем, хеҙмәтем бик тынғыһыҙ. Әсәйем ошоғаса һыйыр көттө. Гел “мал ҡарау ауыр” тип мыжығас, һыйырын үҙебеҙгә алырға ҡарар иттек. “Һөтөн, майын, ҡаймағын килтереп торорбоҙ”, тип саҡ ризалаштырҙыҡ. Бынан ике йыл элек үҙем етәкселек иткән ансамбль менән сит өлкәлә үткән халыҡ ижады фестивалендә ҡатнаштыҡ. Юл менән бергә өс-дүрт көн ваҡыт китте. Иремә һыйырҙы һауып, әсәйгә сәйлек һөт алып барып тор, тиһәм дә, тыңламаған, быҙауҙы “эшкә