Найти тему
Башҡортостан гәзите

Афарин, “Рәхимовсылар”!

Күмертау ҡалаһында Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов исемен йөрөткән 3-сө Республика башҡорт гимназия-интернатында республика кимәлендә беренсе «Рәхимов уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Унда уҡыусым – Сибай гимназия-интернаты уҡыусыһы Сөмбөл Ҡолмөхәмәтова менән ҡатнаштыҡ. Беренсе Президентыбыҙға арналған конференцияла ҡатнашырға фатиха биргән директорыбыҙ Роза Хаммат ҡыҙы Бикбованың ышанысын аҡланыҡ, еңеүсе дипломы алып ҡайттыҡ. Бай йөкмәткеле конференция тураһында фекерҙәрем менән дә уртаҡлашам. Конференцияға килеүселәр ҡапҡаны асыу менән башҡорт көйҙәре дәрт өҫтәһә, тупһанан түргә үтеү менән уҡыусылар матур сығыштары менән ихлас ҡаршыланы. Гимназия кабинеттары бай йыһазландырылған, күргәҙмә ойошторолған, һәр ерҙә тәртип, хеҙмәткәрҙәр, уҡыусылар ихлас. Яныңда мотлаҡ оҙатып йөрөүселәр билдәләнгән. Был иһә, гимназия директоры Шайморат Азамат улы Тимербулатовтың оҫта етәкселеге хаҡында һөйләй. Конференцияла онлайн алымда Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан, Ырымбур өлкәһенән, Ҡаҙағстандағы Аҡтүбә ҡалаһындағы Назарбаев мәктәбенән уҡыусылар ҡатнашты. Шулай уҡ сараға мәртәбәле ҡунаҡтар, баһалама ағзалары ла саҡырылғайны. "Рәхимов уҡыуҙары" I республика ғилми-ғәмәли конференцияһы тантаналы шарттарҙа асылды: сәхнә тулы ҡыҙҙар, малайҙар рухлы шиғырҙар һөйләп, "Башҡортостан-гөлбостан", "Эх, Мортаза ағай!" тигән йырҙары менән залдағылар күңелен арбаны. — Рәсәй Президенты Владимир Путиндың, Мортаза Рәхимов менән хушлашырға килгәнендә, уның исемен мәңгеләштереү өсөн төрлө йүнәлештә изге эштәр башҡарырға, тигән тәҡдимен күҙ уңында тотоп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡта Указға ҡул ҡуйҙы. Беҙ республикала тәүгеләрҙән булып Мортаза Ғөбәйҙулла улының исемен мәңгеләштереүҙе бойомға ашырҙыҡ: февралдә гимназиябыҙға уның исеме бирелде, гимназия алдына М.Ғ. Рәхимовҡа бюст ҡуясаҡбыҙ, Рәхимов премияһы булдырасаҡбыҙ. Бөгөн иһә, беренсе тапҡыр “Рәхимов уҡыуҙары" конференцияһы ойошторҙоҡ, сара барышында Мортаза Рәхимов исемендәге класс асыласаҡ. Ил ағаһы Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов хөрмәтенә эшебеҙ юғары кимәлдә үтһен өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ, әлбиттә, үҙебеҙҙә ҙур яуаплылыҡ тоябыҙ, – тине М. Рәхимов исемендәге 3-сө Республика башҡорт гимназия-интернаты директоры Шайморат Тимербулатов. Гимназияны, уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы исеменән милли мәғариф идараһы етәксеһе Илдус Фәнил улы Ҡаһарманов, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-нан филология фәндәре докторы, профессор Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова һәм саҡырылған ҡунаҡтар сәләмләне. Мортаза Рәхимов Президент булған ваҡытта Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы булып эшләгән, Салауат Юлаев ордены кавалеры Әхәт Ҡотлоәхмәтов та, бергә эшләгән ваҡыттағы оло эштәрен барлап, “Мортаза ағай кеүек кешеләр һирәк була!” - тине сығышында. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән "Акбуҙат" журналының баш мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина тәбрикләне. Конференцияның тантаналы өлөшөндә гимназияла Мортаза Рәхимов класы асылды. Беренсе Президентҡа арналған класс бүлмәһендә тотош диуарҙы уның портреты биҙәй, күргәҙмәләр, стендтар бар. Уҡытыусы һәм остаз йылында М. Исҡужин исемендәге гимназия вәкиле – Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы, Хеҙмәт ветераны Х.Г. Кинйәбаеваның конференцияла ҡатнашыуы сараға оло мәртәбә өҫтәне. И.Х. Таипов гимназия музейына экскурсия ойошторҙо. Иҫ киткес бай мәғлүмәт, бихисап экспонаттар тупланған музей менән танышып, һәр кем ҙур ҡәнәғәтлек кисерҙе. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһынан тарих фәндәре кандидаты М.Д. Тикеев эшләгән “112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы, батыр Шайморатов тураһында” экскурсия-видеоны ҡарау бик оҡшаны. Республика кимәлендә беренсе «Рәхимов уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференцияһы ысын мәғәнәһендә юғары кимәлдә үтте. Афарин, “Рәхимовсылар”! Эштәрегеҙ һәр саҡ уң булһын. Гимназияғыҙҙың исеме есеменә тап килеп, М. Рәхимов класында яҙылған “Мин һәр ваҡыт республикам өсөн яуаплылыҡ тоям” тигән һүҙҙәрҙе маяҡ итеп, Башҡортостаныбыҙ мәғарифын үҫтереүҙә тос өлөш индерерһегеҙ, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Авторы - Әлнисә АЛДЫРХАНОВА-КӘРИМОВА,Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, яҙыусы-журналист. Сибай ҡалаһы.