Найти тему
Башҡортостан гәзите

Вәт исмаһам “ирҙәр ҡылығы”...

Шулай ҙа була шул... Был хәл Нуриман районындағы Павловка һыу һаҡлағысында була. Бында урынлашҡан ял базаларының береһендә балалы ғаилә ял итә. Улар кәмәлә йөрөп килергә ҡарар итә. Был турала республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итәләр. “Компанияла булған ирле-ҡатынлы араһында талаш сыға. Һөҙөмтәлә ир ике ҡатын менән өс баланы ярҙың икенсе яғында ҡалдыра ла үҙе кәмә менән йөҙөп китә”, – тинеләр ведомствола. Үпкәсел ир уларҙы ҡалдырып китһә лә, ярҙамға ҡотҡарыусылар килә. Дәүләт комитеты белгестәре уларҙы кире ярҙың был яғына сығара һәм ял базаһына килтерә. Был ваҡытта ғаилә башлығы үҙенең бүлмәһендә ял итеп ятҡан була. “Хөрмәтле граждандар! Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта шунда уҡ “112” телефонына шылтыратығыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ”, – тип мөрәжәғәт итте ҡотҡарыусылар. Фото: www.youtube.com