Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Петербург халыҡ-ара юридик форумы барышында «Комсомольская правда» баҫмаһына интервьюһында Башҡортостанда үтәсәк Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы хаҡында һөйләне. - Өфө – Рәсәйҙә Төбәктәр форумын ҡабул иткән дүртенсе ҡала. Быға тиклем ул Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Сочи ҡалаларында үтте. Башҡортостандың күп һанлы ҡунаҡтар ҡатнашлығында ҙур саралар уҙғарыу тәжрибәһе бармы? - «Рәсәй - Беларусь» юбилей форумы – илдәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү менән бәйле ҙур сара. Форум Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән үткәрелә. Уның башланғысын Федерация Советынан коллегалары хупланы, шуның өсөн беҙ уларға бик рәхмәтлебеҙ. Беҙҙә иң юғары кимәлдәге саралар уҙғарыу өсөн әҙерлекле инфраструктура бар. 2021 йылда «Йәш профессионалдар» милли чемпионатының финалын, Бөтә донъя фольклориадаһын, былтыр «Минең документтарым» Бөтә Рәсәй дәүләт хеҙмәттәре үҙәктәре форумын һ.б. ҡабул иттек. Был форум да иң күләм