Түгелмә тауын түңәрәткән туғайлыҡта төнгө тынлыҡ. Туғай томанға төрөнгән. Тик тал-тирәкле Тулыбайҙың тулҡындары, тай-тулаҡтай тулай-тулай, түбәнгә томоролалар... Таң тыуа... Томан тарала. Туғай таңғы тауыштарға тула. Тәүҙә таң тишегенән торған таң турғайы: "Тьюить, тьюить! " – тип туйтылданы. "Торрыйҡ! Торрыйҡ! Таң, таң тыуҙы! Таңдан торрыйҡ!" – тип, торналар торҡолданы. "Туҡ-туҡ, туҡ-туҡ!" – тип тумыртҡа, томшоғон туҡылдата-туҡылдата, тирәкте тишкеләне. Тал-тирәктәрҙән тыпылдап тәүге таң тамсылары тамды. Таң тамсыларын туйғансы тәмләгән турғайҙар тотондо туҡтауһыҙ туйтылдарға! Тал-тирәктәр тирбәлделәр таҡмаҡ-тауышҡа. Талдар таҡмаҡланы. Тумарлыҡта тәгәрлектәр тәгәрәне, тартай тартылданы: "Тарт! Тарт!" Тауҙа, туғайлыҡта, таллыҡта – таңғы тамаша! Таңдан торған тейен тубырсыҡ тирергә тотонған. Тирәктә тумыртҡа тишкән түңәрәк тишеккә тултырған тәғәме – тубырсыҡтары, тиктомалдан тупырлашып, түңгәк төбөндә төшәнгән тәжрибәһеҙ тайҙаҡтың – тайыштабандың тап түбәһенә төштө. Тертелдәгә