Белорет районы Манышты ауылында "Яугирҙәр паркы" асылды. Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы Рәмзиә Кәримова хәбәр итте. “Белорет районы Манышты ауылында "Яугирҙәр паркы" асылды! Афған, чечен һуғышы ветерандары хөрмәтенә. Ошонда уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хаҡында мәғлүмәти стенд урын аласаҡ. Тауҙар ҡуйынында, Инйәр буйында, иҫ киткес хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Манышты ауылы. Халҡы ла эшһөйәр, илһөйәр! Паркты ла үҙ көстәре менән төҙөгәндәр. Идея Дәүләт Думаһы депутаты, Ирҙәр ҡоро рәйесе Зариф Байғусҡаровтыҡы, ә тормошҡа ашырыусылары – маныштылар! Бар эште ошо ауылдан сыҡҡан абруйлы шәхес, табип Раян Миһранов ойоштороп йөрөй, ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһы, ирҙәр ҡоро, старосталары әүҙем, көслө! Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарына һәйкәлде лә улар үҙҙәре эшләткән. Берҙәм ҡубып, дәррәү тотоналар. Был юлы ла ҡунаҡтар саҡырып яңы паркта яугирҙәр, мәктәптә ветеран уҡытыусылар хөрмәтенә ағас ултырттылар. Ошонда уҡ "Юлдаш" радиоһының хәйриә концерты ла ойошторо
