Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Диана туғанымды яратһам да, бик һирәк ҡосаҡланым"

Шишмә районындағы аварияла һәләк булған Әнүәр Нурғәлиевтең һеңлеһе Диана тураһында яҙғайныҡ инде. Билдәле блогерҙың өс балаһы ҡалды. Шул тиклем аяныслы һәм үкенесле авария, ваҡытһыҙ өҙөлгән ғүмер бик күптәрҙе уйландырҙы, тетрәндерҙе. Яратҡан йырсыбыҙ Әнүәр Нурғәлиев тә әле һаман үҙенә килә алмай. Ул социаль селтәрҙә кисерештәре, уйҙары менән уртаҡлашыуын дауам итә. Бөгөн ул Дианаға арнап яңы йыр ҡуйған. Баҡһаң, йыр былтыр уҡ яҙылған, тик ошоға тиклем донъя күрмәгән. “Хәйерле көн, Дуҫтарым! Әлегә кәйеф шундайыраҡ, күкрәгемдә таш аҫылынып торған кеүек. Ҡайҙа йөрөһәм дә туғанымдың йөҙө күҙ алдында. Был йырымды күптән яҙғайным инде, 03.09.22 ине. Күрәһең, сығарыр өсөн ваҡыты бөгөн булғандыр. Марат Ғәлимов музыкаһы, Рузэл Минһажев һүҙҙәре. Бер әйбер генә әйткем килә – яҡындарығыҙҙы йышыраҡ ҡосаҡлағыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Диана туғанымды яратһам да, бик һирәк ҡосаҡланым”, – тип яҙҙы ул. Әйҙәгеҙ, уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ һәм яҡындарыбыҙҙы ҡосаҡлайыҡ, йылы һүҙҙәр йәлләмәйек. Ғүмерҙең ҡасан өҙөлөрөн бер кем дә әйтә алмай бит... Фото һәм видео: социаль селтәрҙәр.