Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында республиканың шәхси бала баҡсалары араһында үткәрелгән «Шәхси практика» беренсе конкурсына йомғаҡ яһалды. Йомғаҡлау сараһында шәхси балалар баҡсаларының иң яҡшы тәжрибәләре тәҡдим ителде. Конкурста шәхси бала баҡсаларының 19 педагогы ҡатнашты, улар кескәйҙәр менән эшләү тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашты. Һигеҙ педагог конкурс еңеүсеһе булып танылды. Республикала шәхси балалар баҡсаларын үҫтереүгә мөмкинлек биргән дәүләткә ҡарамаған мәктәпкәсә белем биреү формаларына тейешле норматив хоҡуҡи ярҙам базаһы булдырылған. Шәхси секторға финанс яҡтан ярҙам күрһәткән мөһим проекттарҙың береһе - «Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты» проекты. Бөгөнгө көндә 3 йәшкә тиклемге 2150 бала шәхси бала баҡсаларына сертификаттар буйынса йөрөй. Сертификат шәхси балалар баҡсаһында муниципаль баҡсаға тиңләштерелгән хаҡҡа урын алырға хоҡуҡ бирә. Әлегә бындай мөмкинлек Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында һәм Иглин районында булдырылған, киләсәктә гео