Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ауыл ерендә эшләгән ҡатындарҙың ниндәй хоҡуҡтары бар?

“Законды белмәү яуаплылыҡтан ҡотҡармай” тигән әйтемде һис оноторға ярамай. Һәр хәлдә үҙеңдең хоҡуҡтарың тураһында белеү ҡамасауламаҫ. Өҫтәүенә, тормошта ыңғай хәлдәр генә теркәлмәй, ғаилә “карабы”ның да “сайҡалыуы” ихтимал. Был осраҡта бәләкәй балалы ҡатын, әгәр финанс йәһәттән ярҙам юҡ икән, иренән алимент аҡсаһын түләттерә ала. Бының өсөн ул Рәсәй Федерацияһы Ғаилә кодексының 89-сы статьяһы 3-сө абзацының 2-се пункты, 90-сы статьяһы 2-се абзацының 1-се пунктын нигеҙ итеп алыу хоҡуғына эйә. Ғөмүмән, ғаиләләге һәр ағзаның бер-береһенән финанс ярҙамын күрһәтеүҙе һорауы мөмкин. Ата-әсәләр – бәлиғ булмаған балаларын, балалар – эшләй алмаған ата-әсәһен, ир менән ҡатын, берәүһе хеҙмәткә яраҡһыҙ йәки инвалид бала тәрбиәләй икән, икенсеһен аҡса менән тәьмин итергә тейеш. Тағы ирҙең ҡатынын, балаларына өс йәш тулғансы, финанс йәһәттән тәьмин итеүе мотлаҡ. Шулай итеп, ҡыҙына йәки улына өс йәш тулмаған икән, ҡатын иренән үҙенә лә, балаһына ла алимент аҡсаһын алыу хоҡуғына эйә. Ә ир айырылышҡанда баланы үҙе менән ҡалдырған осраҡта ҡатынынан алимент аҡсаһын талап итә ала. Тағы шуны белергә кәрәк: закондарға ярашлы, ир, ҡатыны йөклө йәки балаһына бер йәш тулмаған икән, айырылыу хаҡында һүҙ йөрөтә алмай. Ошо хаҡта Рәсәй Федерацияһы Ғаилә кодексының 17-се статьяһында әйтелә. Бындай осраҡта ҡатын үҙе генә ҡарар ҡабул итеү хоҡуғына эйә. Тағы, Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 263.1-се статьяһына ярашлы, ауыл ҡатындары 36 сәғәттән күберәк эшләһә, өҫтәмә эш сәғәттәре өсөн түләүгә өмөт итә ала. Бынан тыш, ошондай уҡ аҡса эш көнө бер нисә өлөшкә бүленгәндә лә түләнергә тейеш. Тағы аҙнаһына бер көн үҙ иҫәбенә өҫтәмә ял алыу хоҡуғына эйә. Мут эш биреүселәр өсөн махсус тәҡдим ҡаралған: ауылда эшләгән ҡатындарға хеҙмәт хаҡын 2019 йылдың 23 ноябренә тиклем алған эш хаҡы күләменән һис кәметә алмайҙар. Был хаҡта Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексында яҙылған. Тимәк, ҡатындар ҡыҫҡартылған көнгә күсеү тураһында ғариза яҙа ала, әммә хеҙмәт хаҡы элеккесә һаҡланырға тейеш. Шулай итеп, был осраҡта эш биреүсе хеҙмәт хаҡы күләмен кәметә алмай. Һүҙ элек ҡатын 40 сәғәт эшләп, хәҙер аҙнаһына 36 сәғәт эшләүҙе һораған осраҡ тураһында бара. Ҡыҫҡаһы, ҡатындың кем булып эшләүенә ҡарамаҫтан, хеҙмәт хаҡы кәмергә тейеш түгел. Иң мөһиме – уның ауыл ерендә эшләүе. Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 253-сө, 348.9-сы статьяларына ярашлы, һәр эштә ҡатындарға айырым ҡараш булырға тейеш. Мәҫәлән, улар иң күбе 10 килограмм ауырлыҡты күтәрә ала, әммә, ҡағиҙәләргә ярашлы, ваҡыт арауығы ике сәғәттән артмаҫҡа тейеш. Әгәр гүзәл зат вәкиле эш урынында ауыр әйберҙәрҙе даими күтәрә икән, уларҙың күләменең 7 килограмдан артмауы шарт. Закондарға ярашлы, бер иҫкәрмә генә бар: спортсылар – ауыр атлет ҡатындар ғына хәленән килгәнсә ауыр әйберҙе күтәреү хоҡуғына эйә. Шулай итеп, әсә өйөндә төрлө ауырлыҡтағы балаһын үҙе теләгәнсә күтәрә ала. Ә бына эштә был хәл рөхсәт ителмәҫкә тейеш. Фото: letsgophotos.ru