Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яҙмыш ҡуйған һынауҙарға бирешмәйҙәр

Стәрлетамаҡтың 25-се коррекция мәктәбендә һаулыҡ йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн «Йыл уҡыусыһы-2023» республика конкурсы үтте. Конкурстың маҡсаты – сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлектәре сикле һәләтле балаларҙы асыҡлау, уларға адреслы ярҙам күрһәтеү. Йыл һайын конкурста ҡатнашыусылар һаны арта. Быйыл «Йыл уҡыусыһы» республика конкурсында 24 коррекция белем биреү учреждениеһынан 15-17 йәшлек 8-9-сы класс уҡыусылары ҡатнашҡан. Конкурста ҡатнашыусылар өс йүнәлеш буйынса көс һынашҡан: - «Эрудит» (дөйөм белем биреү предметтары буйынса); - «Оҫта ҡулдар» («Тегеү», «Бәйләү», «Слесарлыҡ эше», «Ағас эше»); - «Етеҙерәк! Бейегерәк! Көслөрәк!» (ҡатнашыусыларҙың физик әҙерлек кимәлен билдәләгән эштәр комплексы). Барлыҡ һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, Стәрлетамаҡтың 25-се коррекция мәктәбенән Владислав С. «Йыл уҡыусыһы-2023» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Яҙмыш ҡуйған һынауҙар алдында бөгөлөп төшмәй, белем алырға, үҫешкә ынтылған уҡыусыларға һәм ата-әсәләренә, уҡытыусыларына “Афарин!” тибеҙ. Был йүнәлештәге эштәр “Мәғариф” һәм “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекттары (национальный проект “Образование”, национальный проект “Здравоохранение”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә. Белеүебеҙсә, был милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланды. Фото: education.bashkortostan.ru