Туймазынан «Руслан баҡсалары» ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Руслан Тимершин ғәҙәти булмаған проектты тормошҡа ашыра: махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтары иҫтәлегенә уларҙың йорт яны участкаларына алмалар ултырта. Емеш-еләк ағастары Собханғол, Үрге Сәрҙек, Ҡаран-Бишенде ауылдарында ултыртылған да инде. - Һәләк булған яугирҙәрҙең балалары, ата-әсәләре һәм ҡатындары менән ағастар ултырттыҡ, - ти Руслан Тимершин. - Эш өҫтөндә улар яҡындарының ябай тыныс тормошта нисек булғанын хәтергә төшөрҙө: ярҙамсыл, хәстәрлекле, яратыусан... Ағастар һәләк булған һалдаттар һәм офицерҙар тураһында яҡты иҫтәлек булыр тип ышанам. Үҫентеләрҙе фермер үҙенең фермер хужалығынан килтерә. Улар ҡышҡа сыҙамлы һәм киләһе йылда емеш бирә башлай. Фото һәм текст сығанағы: "Етегән" төркөмөнән.