Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

31 майҙа бушлай ярҙам алып ҡалығыҙ!

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан, 31 майҙа, Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Юристар ассоциацияһы Бушлай юридик ярҙам көнө үткәрә. Был көндө Башҡортостанда балалар хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәтен яҡлау буйынса һорауҙарға яуаптар алырға, профессиональ юристарҙан кәңәштәр һорарға мөмкин буласаҡ, тағы белгестәр дөйөм хоҡуҡ һорауҙары буйынса яуап бирәсәк. - Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә былтыр ғына Башҡортостанда йәшәгән алты меңдән ашыу кеше бушлай, иң мөһиме – квалификациялы хоҡуҡи ярҙам алғайны. Һәр ваҡыт һандарҙың үҫеше ҡыуандыра, тимәк, был йәһәттән алып барылған эш ҙур ихтыяж менән файҙаланыла һәм ассоциация юристарына ышаныс менән ҡарайҙар, - тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Бушлай юридик ярҙам күрһәтелгән көндә Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе, адвокаттар, нотариустар, дәүләт власының башҡарма, тағы хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре граждандарҙы ҡабул итәсәк. - Хәҙерге заманда юридик ярҙам йәки белгестәр ярҙамынан файҙаланыу кешеләргә үҙ хоҡуҡтарын тәьмин итеү өсөн мөһим. Ә республикабыҙҙа һәр граждан, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, хоҡуҡи ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә, - тине Рәсәй Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт комитеты рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Ирина Панькина. Граждандарҙы ҡабул итеү графигы: Өфө ҡалаһы: Достоевский урамы, 73-сө йорт, 10.00 - 13.00 сәғәттәрҙә; Яңы Күпер урамы, 8-cе йорт, 11.00 -13.00; Октябрь проспекты, 9-сы йорт (4-се китапхана), 6.00 - 18.00; Рихард Зорге урамы, 35-се йорт, 1-се ҡат, 14.00 - 19.00; Ферин урамы, 14-се йорт, 16.00 - 18.00; Цюрупа урамы, 6-сы йорт, 11.00-13.00 сәғәттәрҙә. Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында: Ағиҙел ҡалаһы, Беренсе Төҙөүселәр урамы, 7/А йорт, 10.00 - 12.00 Асҡын районы, Асҡын ауылы, Совет урамы, 21, 09.00 - 13.00 Ауырғазы районы, Талбазы, Ленин урамы, 84, 11.00 - 13.00 Баҡалы районы, Баҡалы, Ленин урамы, 115, 09.00 - 13.00 Балтас районы, Иҫке Балтас, Беренсе Май урамы, 1/1, 10.00 - 12.00 Баймаҡ районы, Баймаҡ ҡалаһы, С. Юлаев пр., 36, 10.00 - 12.00 Бәләбәй райы, Бәләбәй, Ҡыҙыл урам, 116, 09.00 - 13.00 Балаҡатай районы, Яңы Балаҡатай, Совет урамы, 111 с, 10.00 - 13.00 Белорет районы, Белорет, Ленин урамы, 71, 10.00 - 12.00 Бөрө районы, Бөрө, Курбатов урамы, 63, 10.00 - 13.00 Бишбүләк районы, Бишбүләк, Еңеү урамы, 13, 10.00 - 12.00 Благовар районы, Языков ауылы, Ленин урамы, 37, 10.00 - 13.00 Благовещен районы, Благовещен, Седов урамы, 96, 14-се каб., 10.00 - 12.00 Бүздәк районы, Бүздәк, Ҡыҙыл майҙан урамы, 15, 10.00- 13.00 Ғафури районы, Красноусол, Октябрь урамы, 2, 10.00 - 12.00 Дәүләкән районы, Дәүләкән, Совет урамы, 2А; Завод урамы, 6, 8-се фатир, 10.00 - 12.00 Дыуан районы, Мәсәғүт ауылы, И. Усов урамы, 14; Тыныслыҡ урамы, 27/1, 10.00 - 13.00 Йәрмәкәй, Ленин урамы, 15, 09.00 - 12.00 Ейәнсура районы, Иҫәнғол, Совет урамы, 3, 11.00 - 12.00 Йылайыр районы, Йылайыр, Ленин урамы, 70, 09.00 - 18.00; Ленин урамы, 87, 09.00 - 18.00 Илеш районы, Үрге Йәркәй, Пушкин урамы, 8, 14.00 - 17.00 Ишембай, Ленин пр., 60, 10.00 - 13.00 Ҡариҙел ауылы, Ленин урамы, 24, 10.00 - 13.00 Ҡырмыҫҡалы ауылы, Йылға тыҡрығы, 7, 10.00 - 13.00 Үрге Ҡыйғы, Салауат урамы, 2, 10.00 - 13.00 Кушнаренко ауылы, Октябрь урамы, 59, 10.00 - 13.00 Күмертау, Ленин урамы, 18, 10.00- 13.00 Мәләүез, Ленин урамы, 75, 2-се каб., 10.00 - 13.00 Мишкә ауылы, Ленин урамы, 89, 09.00 - 13.00 Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы, Ғөбәйҙуллин ур., 137, 10.00 - 12.00 Нефтекама, Төҙөүселәр урамы, 59, 14.00 - 16.00 Нуриман районы, Ҡыҙылъяр, Совет урамы, 75, 09.00 - 18.00 Октябрьский ҡ., Губкин урамы, 21, 10.00 - 16.00 Салауат районы, Малаяҙ, Совет урамы, 64, 10.00 - 13.00 Салауат ҡ., Ленин урамы, 1, 10.00 - 13.00 Сибай, Зәки Вәлиди урамы, 50, 14.00 - 17.00 Стәрлетамаҡ, Сәғитов урамы, 1А, 11.00 - 13.00 Стәрлебаш ауылы, Карл Маркс урамы, 97, 09.00 - 13.00 Үрге Тәтешле ауылы, Ленин урамы, 71, 10.00 - 12.00 Туймазы, Островский урамы, 34, 10.00 - 12.00 Учалы, К. Маркс урамы, 1, 21 каб., 10.00 - 12.00 Федоровка районы Федоровка ауылы, Ленин урамы, 48, 10.00 - 12.00 Аҡъяр, Салауат Юлаев пр., 45, 09.00 - 13.00 Саҡмағош ауылы, Ленин урамы, 55, 1-се ҡат, 10.00 - 13.00 Шишмә ауылы, Дуҫлыҡ проспекты, 1Б, 10.00 - 16.00 сәғәттәрҙә. Фото, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/21012/