Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 54-се ултырышы эшендә ҡатнашты. Ултырышта төбәк етәксеһе ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуға лицензиялар биреү буйынса вәкәләттәрҙе федераль кимәлдән төбәк кимәленә тапшырыуға ҡағылышлы закондар сығарыу базаһына үҙгәрештәр индереү башланғысы менән сығыш яһаны. – Урал аръяғының ҡайһы бер райондарында бөртөклө алтын сығарыуға бәйле хәл беҙҙе байтаҡтан борсой. Йыш ҡына лицензия бирелеүе тураһында республика халҡы, муниципалитет башлыҡтары участкаларҙа техника барлыҡҡа килгәс белеп ҡала, – тине Радий Хәбиров. – Намыҫһыҙ әҙәмдәрҙең тәбиғәт байлыҡтарына вәхшиҙәрсә мөнәсәбәтенә ҡарата халыҡтың ризаһыҙлыҡ белдереүе ғәҙел. Башҡортостан Башлығы файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу менән шөғөлләнгән компаниялар лицензия бирелгәнгә тиклем үк ер биләмәләренең хоҡуҡи милекселәренең ризалығын алһын өсөн республиканың “Роснедра”ға ҡануниәтте үҙгәртеү буйынса тәҡдимдәр ебереүе тураһында белдерҙе. Әммә был мәсьәләләр әлегә хәл ителмәй ҡала. – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың закон сығарыу башланғыстарын әҙерләүҙәге тәжрибәһен иҫәпкә алып, депутаттарҙан лицензия биреү буйынса вәкәләттәрҙе Рәсәй Федерацияһы субъекты, был осраҡта республикабыҙ кимәленә тапшырыу тураһында тәҡдимдәр әҙерләүҙе һорайым, – тине Радий Хәбиров. Ултырышта Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская 2022 йылда дәүләт милкен хосусилаштырыу йомғаҡтары тураһында отчет бирҙе. Фото: glavarb.ru Сығанаҡ: glavarb.ru