Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яңауылдар яугир ҡаршыланы

Яңауыл районының Сәлих ауылы халҡы махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙе ҡаршы алды. Тулҡынландырғыс сарала ауылдың барлыҡ халҡы – йәше лә, ҡарты ла ҡатнашҡан. Кешеләр һалдатты уратып алып, хәл-әхүәлен һорашҡан, ә ул үҙ сиратында тыуған ерен, ауылдаштарын, туғандарын һағынып ҡайтыуы хаҡында әйткән. Гармун моңдары, күңелле йырҙар менән ҡаршы алыу яугирҙең күңеленә хуш килгән. Бындай иғтибар ил һаҡсыларына рухи ныҡлыҡ бирә, еңеүгә ышанысты арттыра. Сәлих ауылы яугиренә яҡшы ял теләйбеҙ. Ил һағына баҫҡан ир-егеттәргә хәрби бурысын лайыҡлы башҡарып, тыуған төйәгенә, ғаиләһе янына имен-аман ҡайтырға яҙһын! Видео: Яңауыл район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Фото: видеонан скриншот.